Әлшәйҙә 19-сы хоккей ҡабы асылды 26-12-2011, 11:40 // Категория: Новости района

...Бит остарын семетеп-семетеп алған, һәр тарафтан сафлыҡ бөркөлгән ҡояшлы ҡышҡы көн. Аҡ миҙгелдең балҡып торған мәле. Селтәрле шәлен ябынған ағастарҙың матурлығына һоҡланып, аяҡ аҫтында шығырҙаған йымылдаҡ ҡарҙың талғын көйөн тыңлап, Себенле ауылында асылған катокка юл алдыҡ. Быныһы — Әлшәй районында быйыл барлыҡҡа килгән 19-сы хоккей ҡабы. Һис тә һуңғыһы түгел, егерменсеһе тиҙҙән Ниғмәтулла ауылында асыласаҡ, тиҙәр.
Ауыл өсөн бөтә уңайлыҡтары — хоккей ҡабы, тимер ҡапҡалары, электр уты булған ҡышҡы спорт майҙансығының төҙөлөүе — үҙе бер байрам. Себенлеләрҙең олоһо-кесеһе, мәктәп коллективы, уҡыусылар катокты асыу тантанаһынан һуң район хакимиәте һәм Себенле хоккейсылары араһындағы мауыҡтырғыс ярышты ла ҡараясаҡ.
Көйәрмәндәр ике яҡтан да етерлек. Район хакимиәте командаһы составында — эштәр идарасыһы, баш архитектор, иҡтисад буйынса урынбаҫар, полиция, МЧС хеҙмәткәрҙәре... Себенле намыҫын ауыл Советы хакимиәте етәкселәре, водителдәр, механизаторҙар яҡларға әҙерләнә. Ҡар өҫтөндә теҙелеп киткән өҫтәлдәрҙә — быу борҡотоп ҡайнап ултырған самауырҙар, тәмле-татлы ризыҡтар; ҡайнар сәйҙе өрә-өрә һыуытырға маташып сыр-сыу килгән бала-саға байрам кәйефенә йәм өҫтәй. Себенлеләрҙе ихлас күңелдән күркәм ваҡиға менән ҡотларға сыҡҡан район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин спортсылар эргәһенә буш ҡул менән килмәгән икән: өр-яңы коньки һәм сәкәндәр майҙан хужаларына тапшырылды.
Прочитано 1458 раз(а)   Подробнее

Дим (сл. и муз. Ф. Шарипкулова) 14-12-2011, 17:38 // Категория: Спорт


Песня посвященная хоккейному клубу "Дим" Альшеевского района РБ. Слова и музыка Ф. Шарипкулова
Прочитано 1424 раз(а)   Подробнее